... Ярай әле, Юлай үткер генә булып сыҡты, Миңнулла ҡартты ҡарттар йортона тиҙ арала ур...
... Ярай әле, Юлай үткер генә булып сыҡты, Миңнулла ҡартты ҡарттар йортона тиҙ арала урынлаштырыу сараһын күрҙе. Ҡалайтаһың, күнде, яҙмышы былай ҡырҡа боролош алыр тип кем уйлаһын да кем белһен. Бөйөк Еңеүҙең ошо яҙын ҡарт сит ерҙә, сит кешеләр араһында ҡаршыланы. Ҡаршыланы тип әйтеүе генә. Беҙҙең биләмәгә ҡарамай ул бабай тип хатта ветерандар араһына ултыртманылар. Торҙо инде шунда ситтән генә күҙәтеп. Ауылдағылар иһә уның ҡайтып килеүен, аҙаҡ ҡарттар йортона барып эләгеүен белмәй ҙә ҡалды. Хатта үҙҙәренең силсәүит башлығы ла ялда булып, был ваҡиғаны белмәне. Шуға күрә йыл да яҙын ҡайтып йөрөгән ветеранды был юлы тереләр иҫәбенән төшөрөп ҡалдырҙы... Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-09/aytyu-hik-y-ayg-l-ayyt-olova-4806535