Көндәлек...күпме эс серем шаһиты һин ! Йомарлаулы ҡалын дәфтәр өҫтәлдә яҙылмай йомарлан...
Көндәлек...күпме эс серем шаһиты һин ! Йомарлаулы ҡалын дәфтәр өҫтәлдә яҙылмай йомарланып ябыла ла ҡуя. Тәслимә ике ҡулы менән ҡайырып биттәрен тотоп, тигеҙ матур хәрефтәр менән яҙылған яҙмаға йомолдо... 18.05.87 Мин больницала. Ауырымайым. Ауырытты Мәхмүт. 8 мартҡа күрше аулға концерт менән барҙыҡ, бар коллектив. Сәғәт 4 - кә тип афиша элһәләр ҙә, ҡараңғы төшөүгә саҡ башланды тамаша. Хафаландым өйҙә көткән һөйләшеү өсөн. Бейеп сыҡтым шулай ҙа. Ҡат - ҡат һорап бейеттеләр. Инәлтмәнем, бейенем. Һуңғы осоноп бейеүем булған икән. Күңелем һиҙҙеме һуңғы икәнен, әллә аяҡтарым, шул тиклем еңел өйрөлдө. Хәлемдән килһә, тик йөрөр инем шунда бейеп... Концерт бөтмәҫ элек Мәхмүт килеп инде сәхнә артына. Йөҙөнән һиҙелә - асыулы. Еңемдән елтерәтә һөйрәп алып сығып, сикәләп һуғып осорҙо. Тороп тиҙ генә кейенеп Мәхмүт менән ҡайтырға сыҡтым. Ат егеп килгән ине. Ултырҙым санаға. Юл буйына әрләне. Бала ише бер һүҙ сығармай түҙҙем. Ауыл осона етә "нишләп бер һүҙ өндәшмәйһең!"- тип һуғып ебәрҙе. Әллә нисек аты тибеп ебәрмәне, сананың алдағы бер тишегенән шыуып төшөп сана аҫтында ҡалдым. Кәүҙәм ситкә йығылды, уң аяғымдың ашыҡ һөйәге тирәһен сана табаны шытырҙатып тапап китте. Үҙ ҡолағыма ишетелде үҙ һөйәгем һынғаны... https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-25/min-bit-ine-me-d-r-ara-ynan-4854174