- Эх, улым, улым!.. Үкенескә ҡаршы, кешеләр нәмә ҡәҙерен уны юғалтҡас ҡына аңлай шул. И...
- Эх, улым, улым!.. Үкенескә ҡаршы, кешеләр нәмә ҡәҙерен уны юғалтҡас ҡына аңлай шул. Иң аянысы, һинең үҙ яҙмышыңа үҙең үтә битараф булыуың ғәфү итерлек түгел. Һиндәйҙәргә « Беткә үсегеп, тунын утҡа яҡҡан»,- тип әйтәләр. Икенсе бер бала, киреһенсә, ата-әсәһенең хәленә инеп, уларға ярҙам итер ине. Тырышып уҡып, һеңлеһенә өлкән ағай булып, йортҡа күҙ – ҡолаҡ булыр ине. Ә һин анһат юл һайлағанһың. Бәпәй булып илап ултырыуы еңелерәк шул. Бер кемде, хатта үҙеңде лә яратмағанһың, йәлләмәгәнһең… Бәлки, шуға күрә Хоҙай Тәғәләһе һинең яҡты донъя менән хушлашыуыңды хуп күргәндер. Мәғәнәһеҙ ғүмерҙәр былай ҙа күп. Хәсән башын олатаһының алдына һалып, һөйләүен дауам итте. - Әле лә шул машина арҡаһында килеп сыҡты. Асҡысын йәшереп ҡуйғандар ҙа бирмәйҙәр. Эскәнмен, йәнәһе... https://ejansura.ru/articles/hikaya/2022-04-10/ya-y-k-n-hik-y-2763518