– Үлтерәлә-ә-әр, күрә тороп кеше үлтерәләр!
– Үлтерәлә-ә-әр, күрә тороп кеше үлтерәләр! Трамвай эсе ҡолаҡ тондорғос сыр-сыу, ҡысҡырыш менән тулды. Кемдер ишеккә һыйынды, кемдер ситкә тайпылды. Арттараҡ ултырған йәш-елкенсәк, айыу бейеткәнде ҡарағандай, ҡыҙыҡ итеп тамаша ҡылды; олораҡ ҡына ир, кинәт иҫенә төшкәндәй, ҡулына бөгәрләп тотҡан гәзитен йәйеп уҡырға кереште; кемдер, бик бирелеп, тәҙрә аша тышҡы донъяны күҙәтте… Көтөлмәгән хәлдән юғалып ҡалған ҡатын сараһыҙҙан битен ҡаплаған ине. Көслө йоҙроҡтар әле эсенә, әле күкрәктәренә төшә башлағас, кинәт йөҙөн асты ла янындағы әҙәмгә ҡараны. Киҙәнергә күтәрелгән ҡул һауала аҫылынып ҡалды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-24/yauly-4854013