Зариф ҡатыны артынан ҡаты ябылған ишек ҡаҡ маңлайына һуғылғандай, бергилке өҫтәл артынд...
Зариф ҡатыны артынан ҡаты ябылған ишек ҡаҡ маңлайына һуғылғандай, бергилке өҫтәл артында шаңҡып ултыра бирҙе. Алдындағы ярым эселгән сәйе һыуынып тоҙлоҡланды. Тамаҡ ҡайғыһы түгел хәҙер ирҙә. Күпме ғүмер бергә донъя йөгөн һөйрәшкән сая, үҙһүҙле Нәғимәһе ҡырт баҫып сығып китте бөгөн. Бер ҡасан ҡәнәғәтһеҙлек белдермәгән ишенең ошолай ҡапыл ғына үрәпсеп сығып китеүенә аптырап ултырҙы ла ҡалды Зариф.Ҡатын ышығында ғына йәшәп өйрәнгәнгәме, ул таяуын юғалтҡан ҡарттай тойҙо үҙен, албарғып ҡалды хатта. Өндәшмәй генә ултырһа ла, бәлки, Нәғимәһе былай уҡ ҡабынмаҫ ине лә. Бары тик бер һүҙ етте микән ни ҡатынының бар ярһыуын ҡуҙғатырға?Бер һүҙ... Урынынан ҡалҡынып ҡына шул һүҙҙәрен кире алам тип, йә "китмә, Нәғимә!" тип әйтергә лә башы етмәне. Ҡысҡырманы шул ҡатыны артынан Зариф. Аҙаҡ ҡына үкенде. Тик һуң...Яндырай Нәғимә әллә ҡасан уҡ елтерәтеп сығып та киткәндер әле урамдан. Ауылдан булмаһа әле! Биш мөйөшөңә бер үҙең тексәйеп ултырсәле ошолай. Бар ғүмерең, бар тырышлығың бушҡа ғына булдымы ни Зариф? Кем өсөн тир түктең, тырыштың? Утыҙ йылға яҡын утты-һыуҙы кисеп барлыҡ юҡлыҡтарға ла ҡарамай бергә ҡалған ҡатындың шулай бер ауыҙ һүҙгә үрәпсеп сығып китеүе сәйер ҙә. Китте, Нәғимә китте. Шул тиклем ғәрләнерлек, ҡәһәтләнерлек ни ҡылды икән һуң Зариф ошо ғүмере эсендә? - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2023-01-28/s-b-p-3122299