БСТ | Яңылыҡтар
Новости
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Загружаем канал…
Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Новости
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Өфөнөң Яҡутов паркында «Тиңгә-тиң.Хәүефһеҙлек барыһы өсөн дә» хәйриә фестивале уҙғарылды Айырыуса ишетеү һәләте насар булған малай-ҡыҙҙарға юл хәрәкәте ҡағиҙәләре аңлайышлы һәм мауыҡтырғыс формала аңлатылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Әбйәлилдә эшҡыуарҙар һәм МХО яугирҙары Рөстәм Нәбиев менән осрашты Әбйәлил эшҡыуарҙары билдәле блогер, параальпинист, йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев менән осрашты. Сарала махсус хәрби операция яугирҙары ла ҡатнашты. Рөстәм Нәбиев менән осрашыуҙы Әбйәлил эшҡыуарҙар берлеге ойошторған. Уның төп маҡсаты-кешелә һынмаҫ рух, ихтыяр көсө, ныҡлы характер тәрбиәләү. Сөнки үҙ эшеңде асыу, бизнес менән шөғөлләнеү өсөн тәү сиратта аяғыңды ныҡлы баҫып тороу, рух көсө талап ителә.
Өфөлә һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн 20-се фестиваль үтте «Патриот» паркында һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн 20-се Республика мәҙәни-спорт фестивале үтте. Юбилей фестивалендә Башҡортостандың 38 коррекция мәғариф учреждениеһынан 200-гә яҡын бала ҡатнаша. Фестиваль бер нисә этапты үҙ эсенә ала, тәүҙә ҡатнашыусылар онлайн турҙа ҡатнашып үҙҙәренең һәләттәрен күрһәткән.
Әбйәлил районы үҙәгендә тиҙ шахмат буйынса турнир үтте Ул «Хазина» полилингваль күп профилле мәктәптә төрлө йәш категорияһындағы балалар араһында ойошторолдо. Еңеүселәр зональ этапта ҡатнашыу хоҡуғын яуланы.
Көйөргәҙе районы Түбәнге Бабалар ауылында яңы мәсет асылды Көйөргәҙе районы Түбәнге Бабалар ауылында йәнә аҙан яңғыраны. Бынан йөҙ йыл элек клубҡа әйләндерелгән мәсет нигеҙендә яңы иман йорто ҡалҡып сыҡты. Ул ауыл халҡы көсө менән йыл ярым эсендә файҙаланыуға тапшырыла. Шуға ла тантаналы сара республика район-ҡалаларында йәшәүсе төрлө быуын вәкилдәрен бергә йыйҙы.
Башҡортостан ағасы яугирҙарға хәрби бурысын уңышлы үтәргә ярҙам итә Бүрәнәләр, тәү сиратта, һалдаттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк, атап үткәндә блиндаждар һәм башҡа ҡоролмалар төҙөгәндә. Бындай материалға урында ҡытлыҡ күҙәтелә, шуға ла уны Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән республиканан да оҙатырға тура килә.
Әбйәлил районы Михайловка ауылында яңы физкультупа залы асылды Бығаса уҡыусыларға физкультура менән шөғөлләнергә урын булмай, сөнки иҫкеһе авария хәлендә тип таныла. Урында йәшәүселәр Башҡортостан башлығына мөрәжәғәт иткәндән һуң, боҙ урынынан ҡуҙғала. Яңы ҡоролма «Рус баҡыр компанияһы» хәйриә фонды менән «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында төҙөлгән.
Ишембайҙа Кадет корпустарының 10-сы юбилей спартакиадаһы тамамланды Ул Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында үтте. Унда Волга буйы федераль округының 4 субъектынан 80 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты. Егеттәр атыу, йүгереү, йөҙөү, йәҙрә һәм граната ырғытыу, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү кеүек ярыштарҙа көслөләрҙе асыҡланы, интеллектуаль бәйгеләрҙә үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте.
Өфөлә «Кейеҙ мөғжизәләре» күргәҙмәһе асылды Башҡортостандың милли музейында, халыҡ-ара кейеҙ көнөнә арналған «Кейеҙ мөғжизәләре» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Экспозицияла республика оҫталарының ҡул эштәрен күрергә була.