Башҡортостанда мобиль интернет киңәйә — 14 июля 2026 г. в 18:50:01.210
Башҡортостанда мобиль интернет киңәйә Быйыл Башҡортостан буйынса юғары тиҙлекле мобиль интернетҡа тоташытырыу 94 процентҡа тиклем еткереләсәк. Һанлы технологиялар һәм интернет дәүерендә республиканың бөтә биләмәләрендә, юл участкаларында граждандар өсөн бәйләнеш ойоштороу маҡсаты ҡуйылған. Уҙған йылда ғына төбәктә 2 мең мобиль станция эшләй башлаған һәм был күрһәткестәр артасаҡ. Өфө- Инйәр юлында ла элемтә үткәреү эштәре дауам итә.

