Өфөлә Йәштәр көнө ун меңдән ашыу кешене берләштерҙе — 27 июня 2026 г. в 19:50:01.032
Өфөлә Йәштәр көнө ун меңдән ашыу кешене берләштерҙе Йәштәр көнө уңайынан Рәсәйҙең барлыҡ тәбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда байрам саралары үтә. Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы яры буйында ойошторолған сағыу ваҡиға ун меңдән ашыу егет-ҡыҙҙы берләштереп, берҙәмлек һәм илһөйәрлек тантанаһына әүерелде. Быйыл төбәктең йәштәр сәйәсәте тармағы 35 йыллығын да ҡаршылай. Тап 1991 йылда республикала ил кимәлендә тәүгеләрҙән булып йәштәр сәйәсәте тураһында төбәк законы ҡабул ителеп, властың профилле органы ойошторолған.

