Өфөләге «Баланов» паркын төҙөкләндереү башланды — 14 июля 2026 г. в 10:25:00.907
Өфөләге «Баланов» паркын төҙөкләндереү башланды Өфөнөң «Баланов» паркы Дим биҫтәһе халҡының ял итеү өсөн тағы ла бер заманса йәмәғәт майҙанына әүереләсәк. Әле биләмәне төҙөкләндереүҙең беренсе этабы башланды. Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса алып барыла. Проектта «Мәҙинә» мәсете яғынан инеү зонаһын һәм буласаҡ фонтан эргәһендәге ял зонаһын төҙөкләндереү ҡаралған.
103 просмотров

