Башҡортостан балын Европа илдәренә экспортлау дауам итә — 21 июля 2026 г. в 19:05:00.515
Башҡортостан балын Европа илдәренә экспортлау дауам итә Башҡортостан тәбиғи бал экспортын арттыра. Йыл башынан ғына Башҡортостандан сит илдәргә 100 тоннанан ашыу татлы продукция оҙатылған. Күптән түгел 20 тонна күләмендәге сираттағы партия Сербияға ебәрелде. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлауҙы арттырыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

