Ишембай ҡалаһында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте — 21 августа 2026 г. в 18:29:12.709
Ишембай ҡалаһында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров пленар ултырышта ҡатнашып, төбәктә мәғариф системаһы үҫеше менән таныштырҙы. Президент Указының дауамы булараҡ төбәктә лә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү буйынса саралар күреләсәген иғлан итте. Сәхнәлә бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградаһы тапшырылды. Шулай уҡ Яңы уҡыу йылы алдынан муниципалитеттарға мәктәп автобустары бүленде.

