Радий Хәбиров Республика математика лицей-интернаты төҙөлөш майҙансығында күсмә кәңәшмә... — 20 августа 2026 г. в 17:35:14.933
Радий Хәбиров Республика математика лицей-интернаты төҙөлөш майҙансығында күсмә кәңәшмә уҙғарҙы Ил президенты һәм мәғариф министрлығы тарафынан хупланған күләмле проект. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика математика лицей-интернаты төҙөлөш майҙансығында күсмә кәңәшмә уҙғарҙы. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса күтәрелгән объект Менделеев урамында урынлашҡан. Белем усағы 360 уҡыусыға иҫәпләнгән, 6-сы синыфтан балалар ҡабул ителәсәк, алыҫ район-ҡалаларҙан килеүселәр йәшәү урыны менән тәьмин ителәсәк.

