Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының рәсми асыу тантанаһы үтте — 10 сентября 2026 г. в 18:15:01.425
Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының рәсми асыу тантанаһы үтте Башҡортостан 2-се Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡабул итә. Мәртәбәле сараны рәсми асыу тантанаһы бөгөн Өфөнөң көрәш һарайында үтте. Спортсыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, өс тапҡыр Олимпия чемпионы, Рәсәй Геройы Александр Карелин, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы рәйесе Михаил Мамиашвилли һәм Рәсәйҙең спортсылар союзы рәйесе Давид Мусульбес тәбрикләне. Алдағы ике көндә грек-рим көрәше буйынса ярыштар уҙһа, бөгөн ирекле көрәш буйынса еңеүселәр билдәләнде.

