Радий Хәбиров эш сәфәре менән Күгәрсен районында булды — 10 сентября 2026 г. в 17:43:32.994
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Күгәрсен районында булды Башҡортостанда 2030 йылға зубрҙар һанын иллегә еткереү күҙаллана. Республика башлығы Радий Хәбиров Күгәрсен районына эш сәфәре сиктәрендә Мораҙым тарлауығында зубрҙарҙы үрсетеү шарттарын ҡарап, Рус география йәмғиәте ойошторған ултырышта ҡатнашты. Осрашыуҙа зубрҙар популяцияһын арттырыу, туристик инфраструктураны камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров Мораҡ ауылында ойошторолған Сәләмәтлек марафонында ҡатнашыусылар менән дә аралашты.

