Нәзифә Ҡадирова Өфөлә һайлауҙа ҡатнашты
Нәзифә Ҡадирова Өфөлә һайлауҙа ҡатнашты Һайлауға байрамса кәйефтә. Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова Өфөлә тауыш бирҙе. Билдәле йырсы һайлау участкаһына йылмайыу менән килде. Кабинала ул байтаҡ ҡына ваҡыт үткәрҙе. Нәзифә Жәүәт ҡыҙы тәүҙә бөтә кандидаттарҙы ентекләп өйрәнеп сыҡҡан, һуңынан үҙе лайыҡлы тип тапҡандарына билдә ҡуйған.