Республика көнөндә Өфөлә яңыртылған Ленин паркы асылды
Республика көнөндә Өфөлә яңыртылған Ленин паркы асылды Тарихи биләмәгә заманса һулыш. Республика көнө уңайынан бөгөн Өфөлә Ленин исемендәге парк рәсми асылды. Ике йыл дауамындағы күләмле төҙөкләндереү эштәре Башҡортостан башлығы һәм йәмәғәт контроле күҙәтеүендә барҙы. Һөҙөмтәлә биләмә танымаҫлыҡ булып заманса төҫ алған. Күптәрҙең йәшлек хәтирәләрен иҫкә төшөргән парктың фонтанынан да хәҙер йыр ағыла.