Владимир Путин Дәүләт Думаһына депутаттар өсөн онлайн тауыш бирҙе
Владимир Путин Дәүләт Думаһына депутаттар өсөн онлайн тауыш бирҙе Бөгөн Дәүләт Думаһына өс көнлөк һайлау старт алды. Бер үк ваҡытта Башҡортостанда 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау, Өфө ҡала советы депутаттарын һайлау, шулай уҡ ҡайһы бер райондар һәм ауыл биләмәләре советтарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙар үтә. Рәсәй Президенты Владимир Путин да Дәүләт Думаһына депутаттар һайланы.