Өфөлә пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса «Батырҙар алышы» турниры үтте
Өфөлә пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса «Батырҙар алышы» турниры үтте Батырҙар майҙан тота. Өфөлә пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса «Батырҙар алышы» турниры үтте. Спорт сараһы 150-нән ашыу кешене, шул иҫәптән дүрт тиҫтәгә яҡын махсус хәрби операция ветрандарын берләштерҙе. «Көслө кешеләр» социаль проекты Башҡортостанда 2024 йылдан алып «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды һәм Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырыла.