Башҡортостандан Дәүләт Думаһына һайланған депутаттарҙың эшмәкәрлек йүнәлештәре билдә... — 2 октября 2026 г. в 10:25:43.439
Башҡортостандан Дәүләт Думаһына һайланған депутаттарҙың эшмәкәрлек йүнәлештәре билдәләнде Парламент сайты мәғлүмәттәре буйынса Денис Чернавин һәм Алексей Журавлев Оборона буйынса комитетта була. Константин Шаһиморатов Хәүефһеҙлек һәм коррупция менән көрәш комитетына инде. Юлай Ҡыҙрасов Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитетында, Гөлнур Ҡолһарина Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре, Сангаджи Тарбаев мәҙәниәт, Эльвира Айытҡолова - мәғариф, Ирина Панькина һәм Ризуан Ҡорбанов Енәйәт һәм административ ҡануниәт, Наталья Орлова бюджет һәм һалымдар, Зариф Байғусҡаров экология, Рима Баталова физкультура һәм спорт, Владимир Сенин финанс баҙар буйынса комитеттарҙа эшләй.