Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Йәлил Сөләймәнов Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойоу яҡлы
Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Йәлил Сөләймәнов Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойоу яҡлы Ул саҡта халҡыбыҙҙың тарихи ҡомартҡаһы киләсәк быуындарға ла етәсәк. Билдәле булыуынса, белгестәр тарихи скульптураны ентекле тикшергәндән һуң өс меңдән ашыу дефект асыҡлай, суйын тышлыҡ элементтарының яҡынса 80 проценты алмаштырыуҙы талап итә. Фәнни тикшеренеүҙәр, эксперт фекер алышыуҙары һәм Күҙәтеү советы эше йомғаҡтары буйынса һәйкәлде бронзанан яңынан ҡойоу тураһында ҡарар ҡабул ителә.