Йәштәр Башҡорт дәүләт аграр университетында дрондар менән эшләү һөнәрен һайлай
Йәштәр Башҡорт дәүләт аграр университетында дрондар менән эшләү һөнәрен һайлай Йәштәр заман технологиялары менән ҡыҙыҡһына. Башҡорт дәүләт аграр университетының пилотһыҙ авиация системаларын эксплуатациялау йүнәлешенә уҡырға инергә теләүселәр артҡан. Быйыл уҡыу йортонда был йүнәлешкә конкурс иң юғарыларҙың береһе булған. Бер урынға 4 абитуриент дәғүә иткән. Уҡытыусылар әйтеүенсә. был осраҡлы түгел. Сөнки әлеге заманда пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итә белгән кеше һәр тармаҡта ла талап ителә.