Сибайҙа Башҡортостан ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙары Ассоциацияһының 35 йыллығына форум үтте
Сибайҙа Башҡортостан ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙары Ассоциацияһының 35 йыллығына форум үтте Башҡортостан ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙары Ассоциацияһының 35 йыллығы уңайынан Сибайҙа гүзәл заттарҙы берләштергән форум уҙғарылды. Урал Аръяғы райондарынан йыйылған бизнес-берләшмә вәкилдәре үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ҡануниәттәге үҙгәрештәр һәм билдәле спикерҙарҙың эшлекле этика, репутация буйынса сығыштарын тыңланы, коммерция булмаған ойошмалар эшмәкәрлеген өйрәнде.