«Рәсәй спорты» дәүләт программаһы буйынса республикала яңы спорт майҙансыҡтары сафҡа ин...
«Рәсәй спорты» дәүләт программаһы буйынса республикала яңы спорт майҙансыҡтары сафҡа индерелде Күмертау, Сибай, Октябрьский ҡалалары, шулай уҡ Өфө, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Бәләбәй һәм Белорет райондарындағы заманса объекттарҙы асыуҙа видеобәйләнеш аша төбәк башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан шифаханаларының эшмәкәрлеге, үҫеш планы ҡаралды, балалар һауыҡтырыу учреждениеларын төҙөкләндереү бурысы ҡуйылды. Бынан тыш, ултырышта илдең иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы исемен алған яҡташыбыҙ-Альбина Шәриповаға дәүләт наградаһы тапшырылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.