Өфө хакимиәтенең элекке етәкселеге эшмәкәрлегендә транспорт менән бәйле етешһеҙлектәр а...
Өфө хакимиәтенең элекке етәкселеге эшмәкәрлегендә транспорт менән бәйле етешһеҙлектәр асыҡланған Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Был алдына етди бурыстар ҡуйған сара. Радий Хәбиров үҙенсәлекле үҫмерҙәрҙең рухи көсөнә, Ватанға ярҙам итергә теләүҙәренә һоҡланыуын белдерҙе. Был фонда Өфө ҡалаһы хакимиәтенең элекке етәкселеге эшмәкәрлегендә асыҡланған етешһеҙлектәр һәм республиканың Юғары суды менән әшнәлек дәлилдәре айырыуса оятһыҙ күренә.