Башҡортостан дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды
Башҡортостан дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды Машина асҡыстарын бөгөн Радий Хәбиров тапшырҙы. "Газель" автомобилендә булдырылған күсмә комплекстар Республика балалар клиник дауаханаһы, 17-се дауахана, Өфөләге 5-се балалар клиникаһы һәм Стәрлетамаҡтағы 1-се дауахана пациенттарын хеҙмәтләндерә. Комплекстар йәш пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса бер машина "Патриот" лагерына йүнәлтелә. Ул бындағы сменаларҙа шөғөлләнеүселәгә медицина ярҙамын тәьмин итә. Машиналар "Ғаилә" милли проектына ярашлы алынған.