Әбйәлилдә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов исемендәге фонд яугирҙарға ярҙам итә
Әбйәлилдә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов исемендәге фонд яугирҙарға ярҙам итә Әбйәлил районында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов исемендәге фонд ойошторолған. Тал Ҡусҡары ауылында эшләгән ойошма ағзалары махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ылау әҙерләү, маскировка селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә. Изге эштән олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалмай. Фондты Тамерлан Илһамовтың әсәһе менән өләсәһе ойошторған.