Башҡорт драма театры артистары Грозныйҙа «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклен күрһ...
Башҡорт драма театры артистары Грозныйҙа «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклен күрһәтте Чечен тамашасыһының күңелен арбаусы көслө сәхнә әҫәре. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле менән «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале сиктәрендә Грозныйҙа сығыш яһаны. Ҡуйыусы режиссер Айрат Абушахмановтың ижади ҡарашы һөнәри берләшмә тарафынан йылы ҡабул ителгән, тәнҡитселәр һуғыш йылдарына арналған сәхнә әҫәренең эстәлеген һәм актерҙарҙың сығыштарын юғары баһаланы.