Өфөлә МХО ветерандарына психологик һәм физик реабилитация программаһы эшләй
Өфөлә МХО ветерандарына психологик һәм физик реабилитация программаһы эшләй Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, танылған спортсы Джеффри Монсон махсус хәрби операция ветерандары менән осрашып, алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарға ярҙам фонды эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Психологик дауалау, физик реабилитация һәм социаль адаптация үтеү буйынса комплекслы программа төҙөлгән. Уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыуҙа колледждар һәм предприятиелар менән хеҙмәттәшлек булдырылған. Фонд эшенә тренерҙар, психологтар, физиотерапевтар йәлеп ителгән.