Башҡортостандағы «Венеция» һәм «Марс» ауылдарында һайлауҙар бара
Башҡортостандағы «Венеция» һәм «Марс» ауылдарында һайлауҙар бара Венеция менән Марста һайлау нисек үтә? Һүҙебеҙ Италиялағы ҡала менән йыһандағы планета тураһында түгел, ә Кушаренко һәм Дүртөйлө райондарындағы ауылдар хаҡында. Был ауылдарҙа мәктәп тә, клуб та юҡ. Марс ауылында күптән түгел фельдшерлыҡ-акушерлыҡ пункты асылған, ә Венеция үҙенең шифахана- профилакторийы менән данлыҡлы. Йәй унда балалар ял итһә, әле өлкәндәр һаулығын нығыта.