Өфөлә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге дрондар етештерелә
Өфөлә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге дрондар етештерелә Предприятиеларҙың береһендә 600 дрондан торған ҙур партияны әҙерләү тамамланыу алдында. Проект төбәктең сәнәғәтте үҫтереү фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Деталдәр яһап, корпус йыйыуҙан тыш, белгестәр ялан шарттарына иҫәпләнгән программа тәьминәте лә эшләгән, уға патент алынған. Агродрон 50 килограмм йөк күтәреп, 60 минутҡа тиклем оса ала. Баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙә файҙаланыла.