Шишмә районында заманса һөт фермаһына 400 миллион һум инвестиция һалынған
Шишмә районында заманса һөт фермаһына 400 миллион һум инвестиция һалынған Шишмә районы Сәфәр ауылының «Нурис» ауыл хужалығы предприятиеһында инвестор заманса ферма төҙөүгә 400 миллион һум аҡса йүнәлткән. Бер йыл эсендә малдар өсөн заман талаптарына яуап биргән 4 һарай төҙөлгән. Быйыл 35 миллион һумға Свердловск өлкәһенән таналар ҡайтарылған. Биналарҙа һыйырҙар бәйләнмәй, роботлаштырылған һауыу цехында бер юлы 44 һыйыр һауыла.