Аҡъярҙа Республика көнөнә арналған мәҙәни-спорт саралары үтте
Аҡъярҙа Республика көнөнә арналған мәҙәни-спорт саралары үтте Илһөйәрлек концерты, еңел атлетика буйынса ярыштар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәйриә йәрминкәһе. Республика көнөн Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүселәр ҙур мәҙәни-спорт программаһы менән ҡаршы алды. Үҙешмәкәр коллективтарҙың сығышына йөҙҙәрсә кеше тамаша ҡылды, шулай уҡ сәхнәлә район үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте.