Өфөлә десант-штурмлау катерҙары әҙерләнә
Өфөлә десант-штурмлау катерҙары әҙерләнә Йыл аҙағында 20 яңы техника махсус хәрби операцияға оҙатыла. Баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов заманса тиҙ йөрөшлө суднолар төҙөүгә махсуслашҡан Өфө предприятиеһында булды. Кампания Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Транспорт һәм юл хужалығы, Оборона министрлығы заказдарын үтәй. Унда десант-штурм катерҙары, диңгеҙ суднолары, яр буйы һаҡсылары өсөн экипажһыҙ катерҙар сығарыла.