Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары 100 меңгә яҡын гектар баҫыуҙы эшкәрткән
Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары 100 меңгә яҡын гектар баҫыуҙы эшкәрткән Республика хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев белдереүенсә, был уҙған йыл менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға күберәк. Ауыл хужалығы предприятиеларында бөтәһе 58 агродрон иҫәпләнә. Йыл башынан хужалыҡтар 8 пилотһыҙ осҡостар һатып алған. Техника паркын был йүнәлештә эшләгән компаниялар ҙа тулыландыра.