«Салауат Юлаев» хоккейсылары 0:3 иҫәбенән һуң дүрт шайба индерҙе
«Салауат Юлаев» хоккейсылары 0:3 иҫәбенән һуң дүрт шайба индерҙе Хатта. иң өмөтһөҙ уйынды ла ҡотҡарырға була. Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары камбэк яһап, «Амур» клубын еңеүгә өлгәште. Хабаровскиҙа уҙған осрашыу юлаевсылар өсөн уңышһыҙ башланды. Улар икенсе осорҙа 0-3 иҫәбе менән еңелеп барҙы. Шуға ҡарамаҫтан яҡташтарыбыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, яуап шайбалаларҙы индерҙе.