Өфө художество-сәнғәт колледжында асыҡ ишектәр көнө үтте
Өфө художество-сәнғәт колледжында асыҡ ишектәр көнө үтте Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, баш ҡала мәктәптәренән килгән уҡыусылар учреждениеның матди-техник базаһы менән танышты. Өфө художество-сәнғәт колледжы республиканың тарихи уҡыу йорттарының береһе. 1969 йылда асылған урта һөнәри белем биреү учреждениеһы бер быуаттан ашыу ваҡыт эсендә дизайн, халыҡ кәсептәре, креатив индустрия, хеҙмәтләндереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләй.