Башҡортостанда вокзал һәм аэропортта такси эшмәкәрлеге көйләнә
Башҡортостанда вокзал һәм аэропортта такси эшмәкәрлеге көйләнә Республика парламентында проект әҙерләнгән, ул пленар ултырышта ҡарала. Спикер Андрей Назаров билдәләүенсә, бындай урындарҙа пассажирҙарҙы лицензияһы булған таксистар ғына йөрөтә ала. Улар ишек янында һәм залда клиент эҙләмәй, машиналар махсус урынға ҡуйыла. Был иһә пассажирҙар өсөн уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итә. Вокзал һәм аэропортҡа килеп төшөү менән республика тураһында тәүге тәьҫораттар була, шуға такси хеҙмәтендә лә тәртип кәрәк, тине Андрей Назаров.