Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында, «Барыһы ла еңеү өсөн!» форумы уҙҙы
Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында, «Барыһы ла еңеү өсөн!» форумы уҙҙы Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ойошторған сарала Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан 200-гә яҡын махсус хәрби операция ветераны ҡатнашты. Форумдың төп маҡсаты-яугирҙарға социаль яраҡлашыу, тыныс тормошта һөнәри үҫеш юлдарын күрһәтеү. Форум дүрт майҙанда уҙҙы. Ассоциацияның урындағы бүлексәләре етәкселәре һәм ветерандар берләшмәһенең әүҙем вәкилдәре власть органдары менән үҙ-ара эш итеү, проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.