Башҡорт милли кейемдәре һәм биҙәүестәре тураһында яңы китап донъя күрҙе
Башҡорт милли кейемдәре һәм биҙәүестәре тураһында яңы китап донъя күрҙе Сулпылар сыңында башҡорт тарихы. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт милли кейем өлгөләре һәм биҙәүестәренә арналған сираттағы күләмле хеҙмәт донъя күрҙе. Уның авторы «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының мәҙәни мираҫты һаҡлау бүлеге етәксеһе Айгөл Камалеева.