«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитетында бер төркөм журналистар тәбрикләнде
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитетында бер төркөм журналистар тәбрикләнде Осрашыуҙа партия эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа республика матбуғатының мөһимлеге билдәләнде. Һайлау ваҡытында сәйәси кампанияның ғәҙел уҙыуын дөрөҫ күрһәтеү, һөйләү, мәғлүмәтте ваҡытында халыҡҡа еткереүҙәге берҙәм эш һөҙөмтәләре барланды. «Бөтәһе лә Еңеү өсөн: медиа-киңлектә берлектәге эш» тип исемләнгән осрашыуҙа артабанғы эш йүнәлештәре ҡаралды.