Радий Хәбиров Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Олег Малинин менән осрашты
Радий Хәбиров Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Олег Малинин менән осрашты Яңы тәғәйенләнгән етәксе менән Һаҡлыҡ банкы вице-президенты, Урал банкы рәйесе Пётр Колтыпин таныштырҙы. Төбәк башлығы Олег Малининға эшендә уңыштар теләп, Һаҡлыҡ банкына Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм инфраструктура өлкәһендәге проекттарға ярҙам, шул иҫәптән Ленин исемендәге паркты яңыртыуға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт әйтте.