Башҡортостанда ял көндәрендә һауа температураһы норманан 3–4 градусҡа юғары була
Башҡортостанда ял көндәрендә һауа температураһы норманан 3–4 градусҡа юғары була Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы ял көндәрендә республика район-ҡалаларында һауа температураһы әллә ни үҙгәрмәй, шул уҡ ваҡытта уҙған йылдар менән сағыштырғанда, күпкә йылыраҡ, күрһәткестәр норманан өс-дүрт градусҡа юғары. Яуым-төшөм дә көтөлмәй. Иртәнге һәм төнгө сәғәттәрҙә томан төшөүе ихтимал. Автоһәүәҫкәрҙәргә юлда иғтибарлы булыу талап ителә. Киләһе аҙна башында ла ошондай уҡ һауа торошо һаҡлана.