Башҡортостан мәктәптәрендә агротехкласстар һаны 248-гә еткән
Башҡортостан мәктәптәрендә агротехкласстар һаны 248-гә еткән Агросәнәғәт комплексы өсөн профессионалдар мәктәп эскәмйәһенән үк әҙерләнә. Һуңғы аҙнала ғына Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Учалы һәм Кушнаренко райондарында агрокластар асылды. Уларҙа балалар 3D-принтерҙарҙа, агророботтарҙа эшләргә һәм хатта пилотһыҙ аппараттар менән идара итергә өйрәнәсәк. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты ярҙамында Башҡортостанда ошондай 10 агротехкласс бар.