Миәкә районында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» үтте
Миәкә районында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» үтте Хәстәрлек, белем һәм илһам көнө. Миәкә районы бер көнгә «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе»нә әүерелде. Байрамға килгән гүзәл заттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған майҙансыҡтарҙа файҙалы мәғлүмәт, бушлай табип консультацияһы һәм психолог кәңәше алды, шулай уҡ һанлы грамоталылыҡты үҙләштерҙе, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.