Гүзәл Ситдиҡова «Ғаилә һәм Рәсәйҙең киләсәге» конкурсында беренсе урын яуланы
Гүзәл Ситдиҡова «Ғаилә һәм Рәсәйҙең киләсәге» конкурсында беренсе урын яуланы Коллегабыҙ, журналист Гүзәл Ситдиҡова «Ғаилә һәм Рәсәйҙең киләсәге» исемле мәртәбәле Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Ул Башҡортостандан берҙән-бер уңышҡа ирешеүсе. Уның шәхси клиникаларҙағы законһыҙ аборттар тураһындағы Махсус репортажы-журналист эҙләнеүе 1-е урын алды. Был хеҙмәттәшебеҙҙең быйылғы 9-сы ҡаҙанышы.