Өфөлә «Рәсәй креатив аҙна-Евразия» сиктәрендә бушлай киносеанстар уҙғарыла
Өфөлә «Рәсәй креатив аҙна-Евразия» сиктәрендә бушлай киносеанстар уҙғарыла «Родина» кинотеатры залдарында тамашасы Рәсәй төбәктәре һәм Евразия берләшмәһе илдәре кинематографистарының мәҙәни төрлөлөгөн сағылдырған картиналарын ҡарай ала. Тамашасылар Саха Республикаһынан «Минең баш осонда ҡояш быйымай» һәм Татарстандан «Иҫәнмеһегеҙ» фильмдарын ҡараны, «Минең Африка» кинокартинаһын төшөрөүселәр менән дә осрашты. Афишала-Ҡырғыҙстандан «Ожмах-әсәләрҙең аяҡ аҫтында» һәм Башҡортостандан «Өс Таған» фильмдары ла бар.