Фирүзә Абдуллинаның 65 йәшлек күркәм юбилейы уңайынан һәм — 20 февраля 2026 г. в 07:34:42.803
Фирүзә Абдуллинаның 65 йәшлек күркәм юбилейы уңайынан һәм *уның ижадын киңерәк пропагандалау, *тәрәнерәк өйрәнеү, *китаптарын популярлаштырыу, *йәш быуында шағирәнең ижади эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы «Йөрәгемдә - бар донъяға һөйөү» исемле шиғыр һөйләүселәр конкурсы иғлан итә. Конкурста ҡатнашыу шарттары 1. Конкурста мәктәп уҡыусылары (8 – 11 класс), урта йәштәгеләр һәм ололар ҡатнаша ала. 2. Сығыш яһаусылар 3 йәш категорияһында баһаланасаҡ: 16 – 35 йәш, 35 – 50 йәш, 50 йәш һәм унан өлкәндәр. 3. Конкурсанттар Фирүзә Абдуллинаның 1 генә шиғырын яттан тасуири һөйләргә тейеш. 4. Шиғырҙы һөйләү ваҡыты 5 минуттан артмаҫҡа тейеш. 5. Шиғырҙы көй менән биҙәргә, шиғырына яҙылған йырҙы башҡарырға, костюм һәм башҡа атрибутикалар ҡулланырға мөмкин. Әммә төп иғтибар тасуири һөйләүгә һәм шиғырҙың көсөн, мәғәнәһен тулы килеш биреү һәләтенә йүнәлтеләсәк. Иҫкәрмә: ике кеше 1 шиғырҙы диалог формаһында һөйләй ала. Конкурсты үткәреү тәртибе: конкурстың тәүге этабы ауыл китапханаларында, ҡала конкурсанттары өсөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үтәсәк (24 февралдән 10 мартҡа тиклем). Тәүге этап еңеүселәре 12 мартта Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үтәсәк финалда ҡатнаша. Сара 11.00 сәғәттә башлана. Ҡатнашыусылар мотлаҡ теркәлеү үтергә тейеш. Фон өсөн көйҙәрҙе флешкала алып килергә була, сара алдынан ҡатнашыусы ойоштороусыларға әйтеп, уны компьютерға күсертергә тейеш. Иң яҡшы сығыштарға үҙ категорияларында 1, 2, 3 урындар биреләсәк, иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырыласаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 3-16-74. Ойоштороу комитеты.

