Ҡаланың үҙәк китапханаһында күренекле шәхес, БР-ның ауыл хужалығы хеҙмәткәре, СССР-ҙың ... — 20 февраля 2026 г. в 07:02:19.404
Ҡаланың үҙәк китапханаһында күренекле шәхес, БР-ның ауыл хужалығы хеҙмәткәре, СССР-ҙың мәғариф отличнигы Ниғмәтуллин Әкрәм Әғзәм улына арналған “Иңдәрендә булды ил ғәме” исемле хәтер кисәһе үтте. ”Баймакская энциклопедия”, ”Сказание о земле Баймакской”, ”Баймакский край” китаптарына ингән яҡташыбыҙға ошо көндәрҙә 80 йәш тулған булыр ине. Ғүмеренең һәр минут-сәғәтен тик хеҙмәткә, изгелеккә генә арнаған, кешеләр күңелендә яҡты хәтер ҡалдырған яҡташыбыҙ Әкрәм Ниғмәтуллиндың хәтер кисәһендә уның тормош иптәше Рәсимә Әхәт ҡыҙы, балалары, туғандары, ауылдаштары, бер дәүерҙә бергә эшләгән хеҙмәттәштәре ҡатнашты. Яҡындары Әкрәм Әғзәм улының иғтибарлы, хәстәрлекле ғаилә башлығы, йомшаҡ күңелле атай булыуы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азат Шәрипов, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре: матбуғат һәм хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре Салауат Мөхәмәтшин, хужалыҡ һәм урындағы үҙ идара органдары ветераны Рафаэль Байрамғолов, дәүләт һәм хужалыҡ етәкселәре Илшат Ситдыҡов, Хәлит Сөләймәнов, Рим Сыңғыҙов, китапхана ветераны Луиза Дәүләтшина һәм башҡалар Әғзәм Әкрәм улының эшһөйәр, намыҫсан, кешелекле һәм алдынғы ҡарашлы етәксе булыуы тураһында әйтеп үтттеләр. Сарала Әкрәм Әғзәм улының яратҡан “Сибай” көйөн Камил Фәйзуллин ҡурайҙа уйнаһа, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Туйсина “Әрем еҫе” һәм “Кейек ҡаҙҙар” йырҙарын (баянда Хәлил Биктимеров) башҡарҙы.

