Әбделкәрим ауылы китапханасыһы Нәзилә Байғужина Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы мә... — 20 февраля 2026 г. в 07:25:21.716
Әбделкәрим ауылы китапханасыһы Нәзилә Байғужина Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы мәктәп уҡыусыларына "Мин башҡорт телен яратам" исемле квест уйынын ойошторҙо. Класс ике командаларға - "Шайморатов" һәм "Салауат Юлаев" - бүленеп төрлө ҡыҙыҡлы этаптарға бүленгән викторина уйынының грамматика, һүҙҙәр төҙөү, сетерекле мәсьәләләр сисеү, ижектәргә хәрефтәр өҫтәп һүҙҙәр уйлау, хәтерҙе яҡшыртыу буйынса һорауҙарға яуап биреп үҙ командаларына мәрәйҙәр йыйҙы. Уйын бик ҡыҙыу, дәртле барҙы. Мәрәйҙәр һаны буйынса "Шайморатовтар" командаһы еңде, әммә "Салауат Юлаевтар" ҙа уларҙан ҡалышманы. Сара аҙағында уйынсыларға тәмле бүләктәр тапшырылды.

