Нурания өйөнә ашыҡты. Ире иҫереп ҡайтып маҙаһыҙламаҫ борон тамаҡ туйҙырырға кәрәк тип, ... — 31 мая 2026 г. в 19:10:18.459
Нурания өйөнә ашыҡты. Ире иҫереп ҡайтып маҙаһыҙламаҫ борон тамаҡ туйҙырырға кәрәк тип, бутҡа бешереп алды. Тауыҡ-ҡаҙҙары ашарға һорай, һыуын да ташып ҡуяһы бар. Ул үҙенең йәшәү рәүешен һалдат тормошона оҡшата: өлгөрөргә, эшләп бөтөрөргә... Юғиһә, донъя түңкәрелер сиккә етәсәк. Бына ул бер-бер артлы үҫеп килгән улдары Айҙар менән Айратты баҡсанан алырға китте. Көҙгө ҡыҫҡа көн кискә ауыша, төньяҡтан әсе ел сыҡҡан. Ҡороған япраҡтар ҡыштыр-ҡыштыр килеп йән-яҡҡа һибелә. Ҡатын күңеле лә болотло көн кеүек. Балалар әсәләренә ҡарап шым булырға, шаярмаҫҡа, һөйләшмәҫкә кәрәк икәнен төшөнә. “Меҫкенкәйҙәрем, улар ҙа аңлап бөткән,” – әсә шулай өҙгөләнә. Күңелһеҙ генә ихатаға ҡайтып инделәр. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-31/balam-f-it-4702659

